Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САТЫЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 538

САТЫЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Сатый а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 31 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Сатый й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1185 кеше; 1920 — 1483; 1939 — 786; 1959 — 717; 1989 — 664; 2002 — 602; 2010 — 590 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1779 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Илекәй- Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Тәүге төпләнеүсе Сатый Атйетәров исеме м‑н аталған. 18 б. аҙ. ш. уҡ яһаҡлы татарҙар иҫәпкә алынған. 1795 й. 34 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 й. 130 йортта — 820 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, итек тегеү, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 2 тирмән булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән. И.Т.Хәбибуллин, М.Ә.Шәмсетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019