Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕВЕРНЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

Просмотров: 352

СЕВЕРНЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Сухое Озеро т. юл ст. К.- Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 370 кеше; 1989 — 351; 2002 — 332; 2010 — 292 кеше. Немецтар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 40‑сы йй. Волга буйы Немец АССР‑ы күскенселәре Тагилстрой ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. “Урал” с‑зы ойошторолған ваҡытта (сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү барышында) с‑здың Етенсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019