Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЙӘЛЕ-ӘТӘС, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 369

СЕЙӘЛЕ-ӘТӘС, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 37 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 144 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 629 кеше; 1920 — 775; 1939 — 650; 1959 — 589; 1989 — 427; 2002 — 339; 2010 — 310 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы Егерме икенсе партсъезд исемендәге колхозда эшләй. Башланғыс мәктәп (Баҙытамаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Өфө провинция канцелярияһы (ҡара: Өфө провинцияһы) указы б‑са Ҡазан даруғаһы терр‑яһында типтәрҙәр нигеҙ һала, 1748 й. алып билдәле. Шулай уҡ Әтәс, Сейәле булараҡ теркәлгән. 1816 й. тиклем бында мишәрҙәр, 1865 й. тиклем мариҙар төпләнгән. 1795 й. 142 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 45 йортта — 262 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ пароход һәм иген пристандәре, 2 бакалея кибете билдәләнгән. Ауыл эргәһендәге Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019