Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЛИВАНОВКА, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

Просмотров: 363

СЕЛИВАНОВКА, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Дәүләт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Сыбаркүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 246 кеше; 1959 — 303; 1989 — 165; 2002 — 193; 2010 — 188 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Агро” ЯСЙ‑нда эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Тамъян-Ҡатай кантонында ш. уҡ кантондың Ҡағы а. кешеләре тарафынан Селивановка утары булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 11 йорт иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019