Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕМЁН-МАКАР, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 423

СЕМЁН-МАКАР, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Йәрмәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 11 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡоръятмаҫ й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 878 кеше; 1920 — 813; 1939 — 1031; 1959 — 570; 1989 — 363; 2002 — 345; 2010 — 332 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йәрмәкәй урта мәктәбе__филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡоръятмаҫ исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й., 1799 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында яңы суҡындырылған сыуаштар килеп ултыра һәм Семён а. (тәүге төпләнеүсе Семён Макаров исеменән) нигеҙ һала. 19 б. 1‑се ярт. был ауылдар хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына. 1795 й. 15 йортта 44 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 510 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, училище булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. сиркәү (1886 й. төҙөлгән), министрлыҡ мәктәбе, 2 тимерлек, 3 тирмән, шарап һәм 2 бакалея кибете теркәлгән. 30— 80‑се йй. С.‑М. һәм Ҡоръятмаҫ аа. айырым иҫәпкә алынған: 1939 й. 1‑сеһендә 777 кеше йәшәгән, 2‑сеһендә — 254 кеше; 1959 й. ярашлы рәүештә — 437 һәм 133 кеше.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019