Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕМЁНОВКА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 355

СЕМЁНОВКА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Семёновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 790 кеше; 1939 — 223; 1959 — 586; 1989 — 456; 2002 — 354; 2010 — 276 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 1912—13 йй. Орск өйәҙендә Көньяҡ Урал тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте тарафынан баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе башлауға бәйле Семёновка руднигы ҡасабаһы (тәүге документтарҙы әҙерләгән геологтың фамилияһы б‑са аталған) булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Юшатау исеме м‑н билдәле булған. 80‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. А.К.Тимеров ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019