Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕМИЛЕТКА, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 386

СЕМИЛЕТКА, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Семилетка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 427 кеше; 1989 — 3689; 2002 — 4155; 2010 — 3977 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Чекмагушнефть” НГДУ‑һында эшләй. Урта һәм башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (татар халыҡ театры), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1956 й. Саҡмағош р‑нында Маншыр нефть ятҡылығын эшкәртеүгә бәйле Ҡыҙыл Аташ ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1959 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1963 й. ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019