Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРАФИМОВ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 384

СЕРАФИМОВ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Серафимов а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 7757 кеше; 1989 — 9789; 2002 — 10340; 2010 — 9813 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Серафимов мамығы” ЯСЙ‑нда, “Туймазанефть” НГДУ‑һында эшләй. 2 урта мәктәп, 4 балалар баҡсаһы, йорт‑интернат, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, 2 китапхана, сиркәү бар. Ауылға 1949 й. Серафимовка нефть ятҡылығын эшкәртеүгә бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1952 й. Покровка (1912 й. алып билдәле) һәм Соловьёвка (20‑се йй. нигеҙ һалына) аа. м‑н ҡушылғандан һуң ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә. В.Ә.Байков ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019