Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙРӘН, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 341

СӘЙРӘН, Туймазы р‑нындағы ауыл, Сәйрән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 42 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 720 кеше; 1920 — 948; 1939 — 1191; 1959 — 869; 1989 — 604; 2002 — 592; 2010 — 688 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 17 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡобау улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Башҡорттар м‑н бергә яһаҡлы татарҙар йәшәгән. 1795 й. 18 йортта 103 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 58 йортта – 376 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.М.Ғәниев, Ә.М.Гәрәев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019