Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘФӘР, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 377

СӘФӘР, Учалы р‑нындағы ауыл, Сәфәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм “83‑сө километр” т. юл ст. Көнс. табан 1 км алыҫлыҡта Ҡурыуҙы й. (Уй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1983 кеше; 1920 — 1762; 1939 — 1180; 1959 — 1229; 1989 — 1221; 2002 — 1349; 2010 — 1410 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Айыт исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе Айыт Иштәүәнов, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Айыт Йосопов исеменән) яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 18 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 43 йортта 282 кеше йәшәгән, 1866 й. С. (Оҙон Сәйеттә) 210 йортта — 1048 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 2 мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. С. Мөхәмәт Сәфәров йәшәгән, Х.Ғ.Мөхөтдинов, Р.М.Хисаметдинова, Әбүс, Х.Р.Әхмәтғәлин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019