Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИҘӘКБАШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 351

СИҘӘКБАШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 9 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Сиҙәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 737 кеше; 1920 — 721; 1939 — 706; 1959 — 509; 1989 — 397; 2002 — 474; 2010 — 428 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Бишбүләк 2‑се урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1788 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бәләбәй өйәҙе Күл‑Иле‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә сыуаштар нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. Шулай уҡ Яковлев (тәүге төпләнеүсе Яков Яковлев исеменән), Сиҙәкбаш‑Яковлев исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 196 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 401 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне һәм 2 тирмән- болғауыс булған. 1906 й. сиркәү- мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019