Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИҘӘМ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 365

СИҘӘМ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Сиҙәм а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 58 км алыҫлыҡта Оло Урғаҙа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 734 кеше; 1989 — 1176; 2002 — 1175; 2010 — 1120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар муз. мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1954—56 йй. сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү ваҡытында Сиҙәм ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019