Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

CИҘӘШ‑НУҒАЙ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 170

CИҘӘШ‑НУҒАЙ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш‑Битулла а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 51 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 100 км алыҫлыҡта Үреш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 320 кеше; 1920 — 990; 1939 — 725; 1959 — 596; 1989 — 228; 2002 — 111; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1786 й. алып Нуғай исеме м‑н билдәле. 1795 й. тиклем бында керҙәшлек килешеүе б‑са мари типтәрҙәре урынлаша, килешеү ваҡыты үтеү м‑н улар С.‑Н. күсеп китә. 18 б. аҙ. алып Сиҙәш исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 18 йортта 107 кеше йәшәгән (башҡорттар ғына иҫәпкә алынған), 1865 й. 60 йортта — 504 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019