Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИЛАСАУ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 318

СИЛАСАУ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 96 км алыҫлыҡта Нарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 555 кеше; 1920 — 740; 1939 — 611; 1959 — 605; 1989 — 379; 2002 — 337; 2010 — 284 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1786 й. алып билдәле. 19 б. башында керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп ултыра. Шулай уҡ Силәү, Силәс, Силәсәү исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 42 йортта 396 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019