Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИЛӘБЕЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 352

СИЛӘБЕЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Калегин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 91 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 230 кеше; 1920 — 225; 1939 — 213; 1959 — 209; 1989 — 117; 2002 — 121; 2010 — 113 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һалған, 1680 й. алып билдәле. 1865 й. 25 йортта 138 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019