Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИРБАЙ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 321

СИРБАЙ, С ә м е р, С а т а й, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Алйылға й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 404 кеше; 1920 — 391; 1939 — 351; 1959 — 266; 1989 — 204; 2002 — 200; 2010 — 217 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сәмер (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Шәмекәй һәм Тажетдин Сәмеровтар билдәле) исеме м‑н нигеҙ һала. 1841 й. бында ш. уҡ улустың Аҙнабай а. башҡорттары килеп ултыра, бынан һуң ауыл хәҙ. исеме (ауыл кешеләренең береһе Сирбай Ҡарабашев исеменән) м‑н теркәлә башлай. Шулай уҡ Күмәй‑Сәмер, Самауыр булараҡ билдәле. 1865 й. 41 йортта 214 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1895 й. төҙөлгән), 2 бакалея кибете теркәлгән. С. эргәһендәге ҡара көртмәле популяциялары — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019