Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СМАҠАЙ, ауыл, Ишембай ҡ. эсендә

Просмотров: 354

СМАҠАЙ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (18 йортта 85 кеше иҫәпкә алынған). Шулай уҡ Исмаҡай исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 55 йортта 252 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 418 кеше; 1920 — 508; 1939 — 595 кеше. Ә.А.Хәмиҙуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019