Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОБХАНҒОЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 376

СОБХАНҒОЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Өршәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 34 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ҡамсалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 197 кеше; 1920 — 262; 1939 — 310; 1959 — 176; 1989 — 130; 2002 — 116; 2010 — 93 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡорманай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1795 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1811 й.) Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Түб. Новгород губ. Сергацкий өйәҙе Овечий Овраг а. һәм Сембер губ. Ҡурмыш өйәҙе Мядянь һәм Петряксы аа. яһаҡлы һәм хеҙмәтле татарҙары нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Собханғол Биккенин исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ҡамсалы исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 10 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 24 йортта — 119 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. Й.М.Бикбаев ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019