Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОБХАНҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 581

СОБХАНҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Собханғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.-Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 2114 кеше; 1989 — 5410; 2002 — 5663; 2010 — 5598 кеше. Татарҙар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Транснефть— Урал” АЙ‑нда эшләй. Агросәнәғәт колледжы, урта мәктәп, 4 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), китапхана, мәсет бар. Ауылға 20 б. 50‑се йй. Собханғол а. ситендә нефтте һурҙырып бушатыу станцияһы базаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1963 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба (1963—2004 йй. Туймазы ҡ. составында), 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019