Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОҠАҘЫТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 361

СОҠАҘЫТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы‑Ғөбәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 41 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 35 км алыҫлыҡта Соҡаҙы й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1184 кеше; 1920 — 1285; 1939 — 1146; 1959 — 739; 1989 — 376; 2002 — 351; 2010 — 398 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 15 йортта 111 кеше йәшәгән, 1865 й. 121 йортта — 680 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, ағас эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019