Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОҠАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 397

СОҠАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Яңы Балаҡатай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 6 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.- Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Ярышйылға й. (Әй й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 281 кеше; 1920 — 573; 1939 — 386; 1959 — 373; 1989 — 268; 2002 — 302; 2010 — 256 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (2‑се Яңы Балаҡатай урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1855 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1888 й.) Златоуст өйәҙендә Пермь губ. күскенселәр һәм ш. уҡ өйәҙҙең Ямаш һәм Нөгөш аа. кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 35 йортта 224 кеше йәшәгән. Ғибәҙәтхана, часовня, 6 тимерлек булған. 1906 й. ғибәҙәтхана, грамота мәктәбе, 2 тимерлек теркәлгән.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019