Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОҠАЛЫ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 361

СОҠАЛЫ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Янбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 547 кеше; 1920 — 544; 1939 — 565; 1959 — 400; 1989 — 173; 2002 — 163; 2010 — 119 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала, 1711 й. алып Суҡлы исеме м‑н билдәле. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр, 1833 й. типтәрҙәр килеп ултыра. Шулай уҡ Суҡалы исеме м‑н теркәлгән. 19 б. 1‑се ярт. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 42 йортта 263 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1894 й. төҙөлгән), 2 тирмән, 2 бакалея кибете иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019