Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 372

СОЛТАНАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ғүмәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Өфө т. юл ст. Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Шемәк й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 700 кеше; 1920 — 1039; 1939 — 622; 1959 — 519; 1989 — 506; 2002 — 510; 2010 — 463 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 17 б. аҙ. Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Солтанай Тенәков исеме м‑н аталған. Керҙәшлек килешеүе б‑са (фараз б‑са, 1714 й. йәки 1720 й.) бында мишәрҙәр һәм типтәрҙәр килеп ултырған. 1865 й. 88 йортта 464 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище, һыу тирмәне булған. 1896 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.Хөсәйенов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019