Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНБӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 368

СОЛТАНБӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл, Солтанбәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 55 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 148 км алыҫлыҡта Сарыс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 776 кеше; 1920 — 682; 1939 — 704; 1959 — 695; 1989 — 522; 2002 — 493; 2010 — 459 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Себер даруғаһы Балыҡсы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сарыс исеме м‑н нигеҙ һала. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыу ваҡытында яндырылған, һуңыраҡ тергеҙелгән. 18 б. аҙ. С. исеме (йорт сотнигы Солтанбәк Ғүмәров исеменән) м‑н билдәле. 19 б. башында Яңы Сарыс а. (хәҙ. Пермь крайы Урыҫ Сарысы а.) барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Сарыс исеме м‑н теркәлгән. 1833 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған. 1865 й. Иҫке Сарыс (С.) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 40 йортта 241 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә) мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019