Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНБӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 379

СОЛТАНБӘК , Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Таймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 8 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 378 кеше; 1920 — 487; 1939 — 561; 1959 — 473; 1989 — 188; 2002 — 172; 2010 — 182 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Солтанбәк а. (хәҙ. Иҫке Солтанбәк а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1753 й. алып Яңы Солтанбәк исеме м‑н билдәле. 1791 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. 14 йортта 96 кеше йәшәгән, 1865 й. 37 йортта — 181 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет (1895 й. төҙөлгән), мөгәзәй, этап йорто теркәлгән. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019