Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУМАРА, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 424

СУМАРА, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 38 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 29 кеше; 1939 — 1079; 1959 — 1066; 1989 — 254; 2002 — 195; 2010 — 148 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә граф Мордвиновтың ағас бысыу з‑ды асылған ваҡытта нигеҙ һалына, 1911 й. алып Сумара Заводы ҡасабаһы булараҡ билдәле. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019