Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 396

СУПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 6 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 629 кеше; 1920 — 800; 1939 — 534; 1959 — 391; 1989 — 169; 2002 — 201; 2010 — 176 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала. 1795 й. 71 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 58 йортта — 327 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ министрлыҡ мәктәбе, ярма ярғыс, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019