Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 380

СУРАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡармыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 16 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 335 кеше; 1920 — 625; 1939 — 418; 1959 — 395; 1989 — 354; 2002 — 442; 2010 — 386 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1745 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Сурай Илкәевтең исеме м‑н аталған. 1795 й. 6 йортта 47 кеше йәшәгән, 1865 й. 45 йортта — 299 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019