Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 411

СУРАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Мәнәүезтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 40 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 216 кеше; 1920 — 313; 1939 — 314; 1959 — 343; 1989 — 210; 2002 — 177; 2010 — 130 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй- Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1743 й. керҙәшлек килешеүе б‑са башҡорттар нигеҙ һала. Шулай уҡ Сура булараҡ теркәлгән. 1795 й. 4 йортта 32 кеше йәшәгән, 1865 й. 30 йортта — 156 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019