Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 420

СУРАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Сурай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 34 км һәм Загородная т. юл ст. Т.- Көнб. табан 102 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 889 кеше; 1920 — 898; 1939 — 990; 1959 — 851; 1989 — 1040; 2002 — 971; 2010 — 984 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Я.Ялкайн ис. Мари гимназияһы (ҡара: Сурай урта мәктәбе), балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1686 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1865 й. 71 йортта 482 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Училище, 2 һыу тирмәне, 5 бакалея кибете булған, улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. 2 министрлыҡ мәктәбе, һыу тирмәне, 2 тимерлек, буяу оҫтаханаһы, шарап, һыра һәм 5 бакалея кибете теркәлгән. 1939 й. Сурай а. (983 кеше) һәм Яңы Сурай утары (17 кеше) иҫәпкә алынған. Д.А. Андрианов, Я.Ялкайн ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019