Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРАҠАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 599

СУРАҠАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Шафран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Шафран т. юл ст. Т. табан 4 км алыҫлыҡта Ҡорҫаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 533 кеше; 1920 — 623; 1939 — 442; 1959 — 368; 1989 — 507; 2002 — 561; 2010 — 477 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы Ташлы а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Сотник Сураҡай Төркәйев исеме м‑н аталған. 1795 й. 15 йортта 85 кеше йәшәгән, 1865 й. С. (Нөркәй) 45 йортта — 298 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән. С.Ғ.Муллабаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019