Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУСАҘЫ‑ЯБАЛАҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 367

СУСАҘЫ‑ЯБАЛАҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 11 км алыҫлыҡта Ариан й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 497 кеше; 1920 – 475; 1939 – 531; 1959 – 382; 1989 – 362; 2002 – 366; 2010 – 402 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, В.М.Васильев йорт‑музейы бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала, 1748 й. алып Илтуған (Ябалаҡ) булараҡ билдәле. Шулай уҡ Сусаҙы, Ябалаҡ, Сусаҙыбаш исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 73 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 117 йортта – 597 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Васильев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019