Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУСЛОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 397

СУСЛОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Суслов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 123 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 445 кеше; 1920 – 471; 1939 – 768; 1959 – 320; 1989 – 584; 2002 – 556; 2010 – 647 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһында батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1756 й. алып билдәле. 1795 й. 29 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 61 йортта – 409 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, шарап һәм 3 бакалея кибете теркәлгән. М.Ә.Нуртдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019