Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУХОРЕЧКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 408

СУХОРЕЧКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Сухоречка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Приют т. юл ст. К. табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 286 кеше; 1920 – 331; 1939 – 320; 1959 – 685; 1989 – 938; 2002 – 855; 2010 – 775 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Бәләбәй өйәҙендә Курск губ. күскенселәре Кенәз Тауы исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Сухая Речка, Марьино исемдәре м-н билдәле була. 1865 й. 32 йортта 167 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 50‑се йй. ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019