Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СҮЛТӨП, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 366

СҮЛТӨП, Б а й к а л, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡормаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 408 кеше; 1920 – 487; 1939 – 238; 1959 – 328; 1989 – 148; 2002 – 149; 2010 – 153 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. башында Өфө өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. Сөлтөн исеме м‑н иҫәпкә алынған, 80 йортта 348 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, һыу һәм 2 ел тирмәне булған. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019