Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫЙРЫШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 592

СЫЙРЫШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 10 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Сарыш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1295 кеше; 1920 – 1603; 1939 – 1251; 1959 – 1324; 1989 – 578; 2002 – 601; 2010 – 559 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, клуб, мәсет бар. Ауылға 1730 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Сыйрыш, Сырызбаш исемдәре м‑н билдәле була. 1865 й. 164 йортта 910 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Н.Ғ.Вәлитова, Ҡ.Н.Йосопов, М.З.Йосопов, Р.С.Йосопов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019