СЫСҠАН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
СЫСҠАН, Б а ҡ с а л ы, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Сахай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 111 кеше; 1920 – 175; 1939 – 208; 1959 – 190; 1989 – 102; 2002 – 116; 2010 – 109 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар. Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Күрпәс‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1780 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 34 йортта 146 кеше йәшәгән, 1865 й. С. (Кенәзләр, Ҡыҙылъяр) 32 йортта – 182 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. Кенәзләр‑Сысҡан исеме м‑н теркәлгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов