Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫУАШ‑ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 861

СЫУАШ‑ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар‑Олҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 198 кеше; 1920 – 245; 1939 – 241; 1959 – 238; 1989 – 159; 2002 – 140; 2010 – 158 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. уртаһында керҙәшлек килешеүе б‑са Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Олҡан а. (хәҙ. Татар‑Олҡан а.) сыуаштары Олҡан исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. 15 йортта 93 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә) министрлыҡ училищеһы, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019