Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САВЧЕНКО Николай Иванович

Просмотров: 463

САВЧЕНКО Николай Иванович (5.12.1896, Херсон губ. Новгородка а. — 22.2.1980, Омск ҡ.), невролог. Мед. ф. д‑ры (1947), проф. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1925) шунда уҡ эшләй. 1931 й. алып Иркутск мед. ин‑тында: дир., 1933 й. — нервы ауырыуҙары каф. мөдире. 1936 й. башлап Өфөлә: БДМИ‑ның нервы ауырыуҙары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1937 й. тиклем һәм 1942—43 йй. уҡытыу‑ғилми бүлек б‑са дир. урынбаҫары һәм Башҡ‑н физиотерапия ҒТИ‑һы дир., 1941— 53 йй. Респ. клиник дауаханаһында (1948 й. тиклем баш табип). Фәнни эшмәкәрлеге нервы ауырыуҙарының һәм психик ҡаҡшауҙарҙың патогенезын өйрәнеүгә һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыуға; травмалар һөҙөмтәһендә, инфекцион агенттар (талпан энцефалиты, полиомиелит, сифилис) һәм нефтехимия пр‑тиеларының производство факторҙары (проф. нейроинтоксикациялар, нефть церебрастенияһы һ.б.) тәьҫирендә нервы системаһы зарарланыуын өйрәнеүгә; Башҡортостан курорттары ресурстарын тикшереүгә арналған. С. инициативаһы б‑са респ. нефтселәре өсөн профпатология клиникаһы, “Красноусол” шифаханаһы эргәһендә Красноусол бальнеологик тәж. ст., “Йоматау” шифаханаһы ойошторола. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БАССР невропатологтары һәм психиатрҙары йәмғиәте рәйесе (1936— 51). Ленин (1953, 1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1956) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Закрытая травма черепа и мозга на этапах глубокой эвакуации. Уфа; М., 1947 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019