Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САДИҠОВ Фәнис Ғилман улы

Просмотров: 261

САДИҠОВ Фәнис Ғилман улы (1.2. 1936, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Ниғмәтулла а.), балалар хирургы. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1986), СССР‑ҙың (1986) һәм БР‑ҙың (2006) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Яңауыл район дауаханаһында, 1968 й. алып Респ. клиник дауаханаһы эргәһендәге санитария авиацияһында эшләй. 1970—2015 йй. БДМУ‑ла: уҡытыусы, 1984 й. — педиатрия ф‑ты деканы, 1990—2011 йй. дипломдан һуң белем биреү ин‑тының педиатрия һәм балалар хирургияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын иртә диагностикалау, хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға; хирургик ауырыуҙарҙың анемия осрағында клиникаһын өйрәнеүгә, балалар хирургияһында иммунокоррекция мәсьәләләренә һ.б. арналған. С. ҡатнашлығында аутоиммун тиреоидитты диагностикалау ысулы эшләнә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Лихорадочные состояния у детей. Уфа, 2005 (авторҙ.); Атлас хирургических болезней детского возраста. Уфа, 2007 (авторҙ.); Рентгенодиагностика хирургических болезней у детей. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019