Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САҘРЕТДИНОВ Марсель Әмирйән улы

Просмотров: 402

САҘРЕТДИНОВ Марсель Әмирйән улы (13.4.1964, ТАССР‑ҙың Бөгөлмә р‑ны Урыссу ҡсб), анестезиолог- реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1990) 21‑се дауаханала эшләй, 1993 й. алып Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында (2000 й. башлап бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 2008 й. — БДМУ‑ла (2009 й. — өҫтәмә проф. белем биреү ин‑ты курсы м‑н анестезиология һәм реаниматология каф. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге критик хәлдә булған ауырыуҙарҙа метаболик боҙолоштарҙы иртә диагностикалауға һәм төҙәтеүгә, һөйәк-мейе травмаларын, организмдың күп һәм бер нисә урында йәрәхәттәрҙән зарарланыуын, перитонитты, инсультты һ.б. дауалауға арналған. С. ҡатнашлығында гастродуоденаль зонаны декомпрессиялау, нәҙек эсәк моторикаһын стимуляциялау һ.б. ысулдар эшләнә. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Хирургия абдоминальных повреждений. Уфа, 2002 (авторҙ.); Ишемические реперфузионные механизмы в развитии эрозивно- язвенных поражений гастродуоденальной зоны. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019