Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САҠАЕВА Динә Дамир ҡыҙы

Просмотров: 673

САҠАЕВА Динә Дамир ҡыҙы (13.1. 1967, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. табибы (2014). БДМИ‑ны тамамлаған (1990). 1993 й. алып Өфөнөң 18‑се дауаханаһында, 1995 й. — Респ. клиник онкология диспансерында (2007 й. башлап химиотерапия б‑са баш табип урынбаҫары) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге онкологик ауырыуҙарҙы дауалағанда шештәргә ҡаршы дарыуҙар тәьҫирен өйрәнеүгә, яман шештәрҙең (ш. иҫ. баш мейеһе, баш, муйын, ашҡаҙан-эсәк юлы, һөт биҙе) химиотерапия ысулдарын камиллаштырыуға, иҫкәртеүгә һәм өҙлөгөүҙәрен төҙәтеүгә арналған. С. ҡатнашлығында цитостатик һәм нурланыштан һуңғы лейкопенияны иҫкәртеү һәм дауалау ысулы эшләнә. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Клиническая фармакология в онкологии. М., 2007 (авторҙ.); Ежедневник врача‑онколога. М., 2011 (авторҙ.); Поликлиническая онкология. М., 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019