Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САТАЕВ Валерий Урал улы

Просмотров: 349

САТАЕВ Валерий Урал улы (16.3. 1967, Өфө), балалар хирургы. Мед. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1990). 1991 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй (2001—12 йй. бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1999 й. алып БДМУ‑ла (2012 й. башлап Өҫтәмә проф. белем биреү ин‑тында) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа тыумыштан пилоростеноз булғанда ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалауҙың лапаро‑ һәм торакоскопик ысулдарын камиллаштырыу, операциянан һуңғы перитонитты, үпкәнең хроник эренле ауырыуҙарын, плевра эмпиемаһын һ.б. дауалау мәсьәләләре м‑н бәйле. С. ҡатнашлығында Helicobacter pylori арҡаһында барлыҡҡа килгән хроник гастриттың, пилорик хеликобактериоздың эндоскопик диагностикаһы, гастродуоденаль сей яраларҙы (аутофибронектин ҡулланып), бауырҙың, бөйөрҙөң, үпкәнең һ.б. эхинококк кисталарын дауалау ысулдары эшләнә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Эндоскопическая хирургия у детей. М., 2002 (авторҙ.); Общее обезболивание при эндохирургических операциях у детей. Уфа, 2005 (авторҙ.); Болезни органов пищеварения у детей при хеликобактериозе. М., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019