Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИН Шамил Мәхмүт улы

Просмотров: 328

САФИН Шамил Мәхмүт улы (28.3. 1956, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), нейрохирург. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1980 й. алып Респ. клиник дауаханаһында эшләй (2001 й. башлап бүлек мөдире), 2007 й. — “Нейрохирургия” респ. махсус төрҙәге мед. ярҙамы үҙәге етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге нервы системаһының шештәрен, гидроцефалияны, краниовертебраль (Арнольд—Киари аномалияһы, сирингомиелия) һәм функциональ (ауыртыу синдромдары, Паркинсон ауырыуы, эпилепсия) нейрохирургик патологияларҙы хирургик дауалау проблемаларына арналған. С. ҡатнашлығында баш мейеһенең хроник субдураль гематомаларын, балаларҙа травматик субдураль һәм баш һөйәге эсендәге гематомаларҙы хирургик дауалау ысулдары; вентрикулоперитонеаль шунттың абдоминаль катетерын имплантациялау ысулы һ.б. эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Гидроцефалия (патогенез, диагностика, хирургическое лечение). СПб., 1998 (авторҙ.); Повторные ликворошунтирующие операции. Алматы; СПб., 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019