Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФУАНОВА Гүзәл Шағбан ҡыҙы

Просмотров: 365

САФУАНОВА Гүзәл Шағбан ҡыҙы (19.9.1960, Сибай ҡ.), терапевт. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2007). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (2010), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1983), 1990 й. алып БДМУ‑ның өҫтәмә профессиональ белем биреү институтында уҡыта: 2013 й. башлап гериатрия курсы менән терапия һәм дөйөм табип практикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2008—18 йй. фәнни эш буйынса директор урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге терапия, гематология, иммунология һәм генетика проблемаларына; ҡан һәм ҡан барлыҡҡа килтергән ағзалар ауырыуҙары булған пациенттарҙың эске ағзалары этиологияһын, эпидемиологияһын, клиник‑функциональ торошон, генетик һәм иммунологик боҙолоштарын, йәшәү сифатын; эритрон патологияһын, БР халҡының миелопролифератив ауырыуҙарын өйрәнеүгә арналған. С. ҡатнашлығында үҫеште молекуляр-генетик күҙаллау, тимер дефицитлы анемия һәм хроник миелолейкоз ваҡытында шәхсән терапия ысулдары эшләнә. БР һаулыҡ һаҡлау министрлығында гематология буйынса баш белгес (2001—08, 2013—18.).

Х е ҙ м.: Острая абдоминальная и тазовая боль (клиника, дифференциальная диагностика и тактика). Уфа. 2006 (авторҙ.); Лимфоаденопатии в практике врача. Уфа, 2013 (авторҙ.); Гематологические синдромы в клинической практике педиатра. М., 2018 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022