Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕМАГИН Василий Александрович

Просмотров: 373

СЕМАГИН Василий Александрович (25.12.1919, Стәрлетамаҡ ҡ. — 19.7. 2014, шунда уҡ), хирург. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1955). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1942) Төньяҡ‑Көнбайыш һәм Карелия фронттарында полктың өлкән табибы, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында мед.‑санитария батальонының госпиталь взводы командиры. 1946 й. алып Стәрлетамаҡта эшләй: ҡала поликлиникаһы мөдире, 1950 й. — 1‑се ҡала дауаханаһында бүлек мөдире; 1980—87 йй. синтетик каучук з‑дының мед.‑санитария бүлегендә (1985 й. тиклем баш табип урынбаҫары). Ленин (1961), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019