Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕМАШКО Николай Александрович

Просмотров: 381

СЕМАШКО Николай Александрович (20.9.1874, Орёл губ. Ливенское а. — 18.5.1949, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. СССР мед. ФА (1944) һәм РСФСР пед. ФА (1945) академигы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1901) Орёл һәм Һамар губ. эшләй, 1917 й. алып Мәскәү эшсе һәм һалдат депутаттары советының мед.‑санитария бүлеге мөдире. 1918 й. башлап РСФСР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, 1921 й. — 1‑се Мәскәү мед. ин‑тының соц. гигиена каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1930—36 йй. Бөтә Рәсәй ҮБК‑һы Президиумы ағзаһы һәм балалар комиссияһы рәйесе, 1945 й. алып РСФСР пед. ФА‑ның Мәктәп гигиенаһы ин‑ты һәм 1947 й. башлап СССР мед. ФА‑ның Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм мед. тарихы ин‑ты директоры. 1‑се Мәскәү мед. ин‑ты составында Өфөгә эвакуациялана (1941—42), БАССР Һаулыҡ һаҡлау ХК‑ның Госпиталь советында эшләй: эвакуация госпиталдәре эшен ойоштороуҙа консультатив‑методик ярҙам күрһәтә. Фәнни хеҙмәттәре һаулыҡ һаҡлау һәм соц. гигиена теорияһы һорауҙарына, ойошторолоу һәм тарих мәсьәләләренә арналған. С. етәкс. әсәлек һәм балалыҡты, балалар һәм үҫмерҙәр һаулығын һаҡлау системалары эшләнә, ғилми‑тикшеренеү мед. ин‑ттары селтәре булдырыла. Бөтә Союз гигиена йәмғиәте рәйесе (1940 й. алып), Ҙур мед. энциклопедияһының баш мөхәррире (1927—36). Ленин (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. БДМУ бинаһына С. иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019