Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СКАЧИЛОВ Владимир Анатольевич

Просмотров: 420

СКАЧИЛОВ Владимир Анатольевич (6.7.1923, Өфө — 7.2.1996, шунда уҡ), терапевт. Мед. ф. канд. (1972). РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1964) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1957). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1947) Ҡырмыҫҡалы р‑нында эшләй: район дауаханаһының баш табибы, 1949 й. алып Алайғыр участка дауаханаһының баш табибы. 1951 й. башлап Өфөлә: 11‑се дауахананың дауалау бүлеге б‑са баш табип урынбаҫары, 1957 й. — ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире урынбаҫары, 1959 й. — БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 1‑се дауаханаһының баш табибы, 1984 й. — Урта мед. һәм фарм. белемле хеҙм‑рҙәр квалификацияһын күтәреү уч‑щеһында. Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тарихына арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. 4 тыуған яҡты өйрәнеү йыйынтығы, авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Люди подвига и долга. Уфа, 1973; О прожитом, пережитом: (записки врача). Уфа, 2003.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019