Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘСҮЛ, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 431

РӘСҮЛ, Т а й с ы н, Учалы р‑нындағы ауыл, Иманғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ҡандыболаҡ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 219 кеше; 1920 — 275; 1939 — 304; 1959 — 318; 1989 — 292; 2002 — 294; 2010 — 292 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иманғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1776 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Рәсүл Этйеймәҫов исеме м‑н аталған. Икенсе исеме Тайсын Рәсүлев исеменә бәйле. 1795 й. 14 йортта 62 кеше йәшәгән, 1866 й. 36 йортта — 167 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019