ПАДИН Андрей Викторович
ПАДИН Андрей Викторович (20.2.1968, Белорет ҡ.), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1994). “Хеҙмәт” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — Ф.Ф.Әхмәҙиев). Спринтта Европа (1997), команда ярышында Рәсәй (1995) һәм шәхси ярышта АҠШ асыҡ чемпионаты (1997) чемпионы, эстафетала Европа чемпионатының (1997), спринтта Европа кубогы этабының (1996) һәм команда ярышында Рәсәй чемпионатының (2000) көмөш призёры, эстафетала (1996) һәм спринтта (2001) Европа кубогы этаптарының, эстафетала Рәсәй чемпионатының (2000) бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—98). 2001 й. алып биатлон буйынса СДЮСШОР‑ҙың тренер‑уҡытыусыһы (Өфө ҡ.). 2006 й. башлап Рәсәй егеттәр йыйылма командаһының, 2013 й. — ҡыҙҙар командаһының тренеры, 2014 й. — функциональ әҙерлек буйынса тренер, 2015 й. алып биатлон буйынса Рәсәй ир‑егеттәр, 2018 й. — ҡатын‑ҡыҙҙар йыйылма командаларының өлкән тренеры. 2019 й. башлап Белоруссия ир‑егеттәр йыйылма командаһының өлкән тренеры.
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина